Бөтә яңылыҡтар

"Атайсал"ға рәхмәт!

Һаумыһығыҙ! Ҡыуанысым менән бүлешеп алайым әле, дуҫтар.

"Атайсал"ға рәхмәт!
"Атайсал"ға рәхмәт!

"Атайсал" гәзитендә лә бер шәлкем шиғырзарымды һалып ҡыуандырҙылар.  Рәхмәт! Һеҙгә ҙур уңыштар теләйем. 

Ғүмерем уҙған ауыл урамынан
Уҙҙым әле бөгөн аулаклап.
Балаларым бала сағы уҙган.
Ҡарлы буранында аунаклап...
Ҡолас ташлап йөҙгән Көйөргәҙе,
Боҙ аҫтында аға шым ғына.
Өйәңкеләр ҡыштың һыуығында
Серем итә ахыры тын ғына.
Буран уҙғас, ауыл арыгандай,
Йокоһонан һаман арынмай.
Йоклай алғаныңда, йокла әле,
Бәлә-ҡазаһына тарымай.
Өнһөҙ генә, хужаһыҙ йорттарға
Ҡарап уҙам, йәнем өҙөлөп.
Хужалары сығып, сәләм биреренә
Бөткән инде улар төңөлөп.
Буш өйҙәрҙең моңһоу тәҙрәләре
Арттарымдан ҡала оҙатып.
Ҡасан ғына әле ағай-енгәләрем
Донъя көтә ине сайратып...
Ауыл уянғансы, гөбөрҙәтеп һауып,
Ҡайтыр ине иртән һауындан.
Ағайҙарым эшкә китер ине,
Гөрөлдәшеп сығып ауылдан.
Һауынсылар, трактористар менән
Данлы ине минең ауылым.
Һис белмәне улар эшләгән дә
Йөрәктәре арып талыуын.
Ауылымдың алтын таяуҙары.
Берәм -берәм китеп барҙылар...
Һирәк -һаяҡ атай нигеҙендә
Балалары тороп ҡалдылар.
Заманаһы башҡа, заң да башҡа...
Балаларҙы арбай ҡалалар.
Ауылда бит эше, аксаһы юҡ.
Һылтауында шунан табалар.
Хан һарайы кеүек мәктәп буп-буш.
Ил ағайынан бер-ҡомарткы.
Берәй байы бәлки бушҡа алыр.
Беҙҙең башҡорт биктә йомарт бит.
Уйҙар уйлап ауылымдан уҙҙым,
Уйҙарыма һалам төшөнсә.
Киткән, үткәндәрҙе беҙ онотһаҡ,
Йәшәй алырбыҙмы бүтәнсә?...

Рима Ибраһимова-Әбйәлилова, Ҡотлоюл ауылы

Автор:
Читайте нас: