Бөтә яңылыҡтар

Түбәнге Бабалар ауылы халҡына, туғандарыбыҙға ҙур рәхмәт!

Ошо көндәрҙә ҡәҙерле туғаныбыҙ Вәхит Заһретдин улы ФАБАРИСОВ беҙҙе оло ҡайғыларға һалып арабыҙҙан китеп барҙы.

Түбәнге Бабалар ауылы халҡына, туғандарыбыҙға ҙур рәхмәт!
Түбәнге Бабалар ауылы халҡына, туғандарыбыҙға ҙур рәхмәт!

Ул Ырымбур ҡалаһында йәшәне, шулай ҙа тыуған төйәгенә Түбәнге Бабалар ауылына алып ҡайтып ерләнелде.
Туғаныбыҙҙы һуңғы юлға оҙатыуҙа ярҙам күрһәткән Түбәнге Бабалар ауылы халҡына, туғандарыбыҙға ҙур рәхмәттәребеҙҙе юллайбыҙ. Ауыр саҡтарҙа ярҙам ҡулы һуҙған Ишкинина Флүрәгә һәм уның ғаиләһенә, Үрге Бабалар ауылы муллаһы Әхтәм хәҙрәткә ҙур рәхмәт. Барығыҙға ла һаулыҡ, именлек теләйбеҙ. Изгелектәрегеҙ мең тапҡыр артып, үҙегеҙгә кире ҡайтһын.
Ҡәҙерлебеҙҙең йәне йәннәттә, ҡараңғы гүрҙәре яҡты булһын.
Бөтә туғандары исеменән мәрхүмдең оло апаһы.

Автор:
Читайте нас: