Һеҙгә ҙур хөрмәт менән Зәк-Ишмәт ауылы халҡы исеменән яҙам.
Рамаҙан айы тамамланыу уңайынан, ауылыбыҙҙың мәсетендә Ураҙа ғәйете, һәр йылдағыса, бик күркәм уҙҙы. Байрамға тип, ҡорбан салып, фермерыбыҙ Әнүәр Усманов оло йәштәгеләргә ҡорбан ите таратты. Уның ғаиләһенә, балаларына, ейәндәренә, ярҙам иткән егеттәргә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Аллаһы тәғәллә мең-мең сауаптарын яуҙырһын. Беҙгә эшләгән игелектәре, сауап булып, әйләнеп ҡайтһын.
Хөрмәт менән Сәриә Рахимова, Зәк-Ишмәт ауылы