Бөтә яңылыҡтар

Рәхмәт һеҙгә, егеттәр!

Тормош булғас, төрлө хәлдәр була.

Рәхмәт һеҙгә, егеттәр!
Рәхмәт һеҙгә, егеттәр!

Оҙаҡ май байрамдары ялдарынан килеүебеҙгә мәктәптең һыуы бөтөп торған. Уҡыу йорто төҙөлөүгә лә 18 йыл үтеп китте шул.
Һыу ҡойоһо эсендәге торбалары, крандары сереп, ағып киткән. Тиҙ арала ошо проблеманы хәл итер өсөн, әлбиттә Мораптал ауыл хакимиәте башлығы Ғисмәтуллин Рәшит Рәүил улына һәм Киров исемендәге ауыл хужалығы кооперативы башлығы Байгилдин Дамир Таһир улына ярҙам һорап мөрәжәғәт иттек.

Мәктәп һыуһыҙ тора алмай. Балаларҙы ашатырға, белем усағын йыуырға, эсергә һыу кәрәк. Ә ремонт эштәрен башҡарыу өсөн башнялағы һыуҙы ябып, ауыл халҡын да һыуһыҙ ҡалдырырға кәрәк ине. Шуның өсөн тиҙ генә был эште бергәләшеп эшләп ҡуйҙыҡ.
Б.Бикбай исемендәге Яңы Мораптал мәктәбе хакимиәте исеменән Мораптал ауыл биләмәһе башлығы Ғисмәтуллин Рәшит Рәүил улына, Киров исемендәге ауыл хужалығы коопреативы рәйесе Байгилдин Дамир Таһир улына, иретеп-йәбештереүсе Мугинов Фәрит ағайға, тракторсы Ниғмәтуллин Юнир ағайға, крансы Курашвили Мурмани Вагнеровичҡа, үҙебеҙҙең эшселәр Солтанбәков Ринат Тимербай улына, Кәримов Рим Минниғәли улына, һәр саҡ телефонда хәбәрҙә тороп, ваҡытында эшселәрҙе ебәреүсе Ҡунаҡбаев Наил Зәйнетдин улына ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Һәр береһенә эштәрендә, тормоштарында ҙур уңыштар, ғаилә именлеге, күңел тыныслығы теләйбеҙ. Ниндәй генә ҡыйынлыҡтар, проблемалар килеп сыҡһа ла, бергәләшеп, еңел генә итеп атҡарып сығырға булһын

Гөлкәй ШӘМСЕТДИНОВА, Б.Бикбай исемендәге Яңы Мораптал урта дөйөм белем биреү мәктәбе директоры

Автор:
Читайте нас: