Бөтә яңылыҡтар

Бар донъяға - тыныслыҡ, илебеҙгә - Еңеү, Башҡортостанға, гимназияға - үҫеш!

Күмертау ҡалаһының Мортаза Рәхимов исемендәге 3-сө башҡорт Республика гимназия-интернатының 6 "В" класс уҡыусылар үткән шәмбе көндө шундай матур, хозур тәбиғәтле, үҙенсәлекле Ишембай районының "Торатау" геопаркына cәйәхәткә барып ҡайттылар!

Бар донъяға - тыныслыҡ, илебеҙгә - Еңеү, Башҡортостанға, гимназияға - үҫеш!
Бар донъяға - тыныслыҡ, илебеҙгә - Еңеү, Башҡортостанға, гимназияға - үҫеш!

Торатау -ул үҙенсәлекле тау, хатта уға менеү өсөн баҫҡыстар ҡуйылған, рәхәтләнеп менергә була. Балалар менән тау башына менгәс изге теләктәр теләп, тыуған республикабыҙҙың иҫ киткес матур тауына һоҡланып туя алманыҡ,доғалар уҡып, тау башында хәл алып, ял итеүе үҙе бер сихри донъя булды. Тауҙан төшкәс балалар менән туп уйнап, гимназияның ашнаҡсылары бешереп ебәргән тәмле ваҡ- бәлештәре, ата-әсәйҙәр ебәргән һыйҙар менән Торатау буйында өҫтәл ултыртып ашап,саф һауала рәхәтләнеп ял итеп ҡайттыҡ. Ошондай сараны ойошторорған гимназияның директорына Түләгәнова Әнисә Сәғит ҡыҙына, класс етәкселәре Вазитдинова Ләйсана Хәмзи ҡыҙына, тәрбиәселәре Ильгильдина Лилиә Хәмит ҡыҙына,шофер абзыйыбыҙ Сынбулатов Алик Зөфәр улына бөтә 6" В" класс ата-әсәләр исеменән ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ!
Бар донъяға - тыныслыҡ, илебеҙгә - Еңеү, Башҡортостанға, гимназияға - үҫеш, эшегеҙҙә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ!!!
Ата-әсәйҙәр исеменән Ғәлиә Ғайсина.

Автор:
Читайте нас: