Бөтә яңылыҡтар

Барыһы өсөн рәхмәт

Улым Билал быйыл башланғыс мәктәбен тамамланы.

Барыһы өсөн рәхмәт
Барыһы өсөн рәхмәт

Прогимназияны үҙе һайлап алды. Билалды, беренсе класҡа уҡырға инер йылды мәктәпкә әҙерлек курстарына, 9-сы мәктәпкә бирҙем. Сөнки был белем усағы беҙгә яҡын (фатир ишегебеҙгә терәлеп тейерлек) урынлашҡан. Етмәһә, үҙем Көнсығыш биҫтәһенә йөрөп эшләйем, бәләкәс бала менән Билалды көн дә Прогимназияға йөрөтөүе ауыр булыр тип тә уйланылғайны был эш.
Тик, шатлыҡҡа күрә, хәлдәр кинәт кенә икенсе йүнәлеш алды, әҙерлек курсына бер-ике көн йөрөгән улым бер көн килеп, әсәй, мин ул мәктәпкә бармайым, миңә башҡортса һөйләшә торған мәктәп кәрәк, тимәһенме!
Уның был һүҙҙәренән ҡыуанып киттем!
Бына быйыл беҙ, М.Исҡужин исемендәге Прогимназияның 4А класын тамамаланыҡ. Беренсенән алып уҡытҡан уҡытыусыбыҙ Лилиә Мөхәррәм ҡыҙы Әлибаеваға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.

М.Исҡужин исемендәге Прогимназияның 4А класы ата-әсәләре исеменән Зарема ҒАБДУЛЛИНА

Хат тулы вариантта гәзиттә баҫылды.

Автор:
Читайте нас: