Бөтә яңылыҡтар

Үҙ көсөбөҙгә ышанырға өйрәтте

Көтөп алған "Һуңғы ҡыңғырау"ҙа беҙҙең өсөн сыңланы.

Үҙ көсөбөҙгә ышанырға өйрәтте
Үҙ көсөбөҙгә ышанырға өйрәтте

Мортаза Рәхимов исемендәге 3-cө Башҡорт гимназия интернаты ла үҙ уҡыусыларын оло тормош юлына сығара. Беҙҙе алда әле имтихандар көтә. Шулай ҙа ошондай көслө үҙ эштәренә тоғро булған уҡытыусыларыбыҙ беҙгә лайыҡлы белем бирҙе, хәҙер үҙебеҙҙең көсөбөҙгә ышанып һынауҙар үтергә ҡала.
Әле булһа хәтеребеҙҙә, гимназиябыҙға бишенсе класҡа килгәндә, беҙ, бер аҙ ҡаушап та киттек. Алдыбыҙҙа ҙур белем донъяһына инеү тора ине. Класс етәксебеҙ Фәнил Умар улы Байбулатов беҙҙе етәкләп алды һәм үҙенең ғәҙел, талапсан, кешелекле, маҡсатына ынтылыусан, тыуған яғының ысын патриоты булыуы менән күңелдәрҙе арбаны һәм үҙенең артынан белем донъяһына әйҙәне. Шулай уҡ үҙенең оптимизмы менән ул беҙҙе үҙ көсөбөҙгә ышанырға өйрәтте.
Фәнил Умар улы беҙҙең өсөн уҡыуҙан тыш күңелле кисәләр, конкурстар ойошторҙо...

М.Рәхимов исемендәге 3-сө Башҡорт республика гимназия интернатының 11- се Б сығарылыш класы уҡыусылары.

Хат тулы вариантта гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: