Бөтә яңылыҡтар

Рәхмәт һиңә, гимназия!

Тормош булғас төрлө хәлдәр була, ҡыҙғанысҡа беҙҙең ғаиләне лә ауырлыҡтар урап үтмәне.

Рәхмәт һиңә, гимназия!
Рәхмәт һиңә, гимназия!

Бер туған мырҙабыҙҙы, унан һуң иптәше яҡты донъяларҙан китеп барҙы, ошо юғалтыуҙар балаларыбыҙҙы етем ҡалдырҙы. Шуға ҡарамаҫтан ошо һынауҙарҙы үтеп, улдарыбыҙ Идрис менән Нурислам Хөсәйеновтар яҡшы итеп уҡып, бөгөнгө көндә ҡулдарына аттестаттар алып ҡыуандырҙылар.
Малайҙар беренсе класҡа барғанда атайҙары ҡапыл ғына яҡты донъяларҙан китеп барҙы. М.Исҡужин исемендәге прогимназияға уҡырға барҙылар, унда эшләгән педагогтарға рәхмәтлебеҙ, улдарыбыҙҙы аңлап, иғтибарҙарынан өҙмәнеләр. Бигерәк тә беренсе уҡытыусылары Тамара Рәкит ҡыҙы Әлиеваға рәхмәтлебеҙ, ул балаларыбыҙға төплө белем бирҙе.
Артабан Нурислам менән Идрис уҡыуҙарын М.Рәхимов исемендәге 3-сө һанлы гимназияла дауам иттеләр. Унда уңышлы ғына уҡып йөрөгәндә, ҡыҙғанысҡа, улдарыбыҙ әсәйҙәрен дә юғалтты. Был үҫмер балалар өсөн ҙур ҡайғы булды. Шул ауыр саҡтарында бөтә гимназия уларға һынып ҡалмаҫҡа ныҡ ярҙам итте. Гимназияла эшләп киткән, элекке директорыбыҙ Шайморат Азамат улы Тимербулатов ныҡ ярҙам итте, уҡытыусылар менән берлеккә улдарыбыҙҙы үҙ ҡанаттары аҫтына алдылар, улар йәтимлекте һиҙмәһен өсөн бар тырышлыҡтарын һалдылар. Гимназия уларға ысын мәғәнәһендә икенсе өй булды...

Хөсәйеновтар ғаиләһе исеменән егеттәрҙең инәйе Зөлфиә Фәтҡуллина.

Был хатта бик күп уҡытыусы-тәрбиәселәргә рәхмәт әйтелә. Хат тулы вариантта гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: