Бындайҙың артынан ҡыҙҙар йүгереп йөрөргә тейешме һуң? Бәләле вазифа. Хәйер... Хәҙерге заманда ҡатын-ҡыҙҙың шундайы осрай, ир-аттар ситтә торһон. Анастасия Жернавкованы сибек кенә кәүҙәле был тимәҫһең, эштең ниндәйенә тотонған - район хакимиәтенең архитектура, төҙөлөш бүлегендә начальник булып китте.
Бөгөн янына һуғылып сыҡтыҡ. Көйөргәҙе районында иң проблемалы ниндәй ерҙәр бар, шулар тураһында һөйләштек (бассейн, мәҫәлән, бөгөн асылырға тейеш ине).
Башҡа бер генә уй килде. Анастасия, билдәле, эште алып барыр, хатта арыу алып барыр, күптән ошо өлкәлә ҡайнай, икенсеһен уйланыҡ: ниндәйҙер бәләһе менән әрләшергә килгән кеше лә риза булып, тынысланып сығып китәсәк. Матурлыҡ алдында барыһы ла көсһөҙ ҡалыусан.
Әңгәмә киләһе һанда баҫыла.