Все новости
Район хакимиәтендә
23 Августа 2023, 10:38

Фекерҙәр килешһен

Тиҙҙән Кинйә Арыҫлановтың ҙур юбилейын билдәләйбеҙ.

Фекерҙәр килешһен
Фекерҙәр килешһен
300 йыл - күркәм сара. 15 сентябрҙә буласаҡ байрамға әҙерлек күптән башланды тиһәң дә була, әле ирҙәр Кинйә-Абыҙ яланынан ҡайтып кермәй - Хәбиров үҙе килергә тейеш, таҙартып, килешмәгән ерен килештереп ҡуйырға кәрәк. 
Билдәле, был осраҡта гәзиттәр ҙә ситтә ҡала алмай, махсус һан сығарыу мотлаҡ. Бөгөн иртә менән ошо хаҡта һөйләшеү булды. 
Мәҙәниәт бүлеге начальнигы кабинетында йыйылдыҡ. Ләйсән Ғәйнулла ҡыҙы, ҡунаҡсыл ҡатын булараҡ, шунда уҡ сәй тәҡдим итте, яңы ғына бешерелгән сәйҙән баш тартыусы булманы. Йыйылыш-кәңәшмәне хакимиәттең эштәр идарасаһы Айгөл Глущенко алып барырға тейеш ине, һуңланы. Үҙенән алда табын артына менеп ҡунаҡлағанды күргәс, оҡшатманы:
- Ниңә миңә әйтмәй ҙә ултыраһығыҙ? Ҡайҙа һеҙҙең культура? 
- Яңы ғына ултырыштыҡ.
- Яңы ғына? Сәйегеҙҙе эсеп бөтә яҙғанһығыҙ ҙа... - Айгөл Рәмил ҡыҙы башлыҡ урынбаҫары Данил Акиловтың сынаяғына баҡты, - Данил Зиннәтович, мин һеҙҙең эште эшләйем, ә һеҙ сәй эсеп ултыраһығымы? (ошо сараға әҙерлек, ысынында, социаль өлкә буйынса урынбаҫар елкәһендә булырға тейеш, башҡалар нимә уйлағандыр, беҙҙең башҡа Люциә Хәмитова килде, эх, ул булһа....).
Ығы-зығы, саҡ ҡына булып алды ла, бөттө, талашып ултырыр мәл түгел, фекерҙе тупларға кәрәк. 
Гәзиттә нимә була-булмай, нимә баҫырға кәрәк-кәрәкмәй, ошоларҙы барланыҡ. 
- Район башлығының телмәре буламы? 
- Була, - мәғлүмәт бүлегенән Нурзилә Хәйбуллина шулай тине.
- Теге ваҡыттағы һымаҡ килеп сыҡмаһын.
- Ә нимә булды унда? 
- Атаҡ, Ялан көнөндә башлыҡтың мөрәжәғәтен саҡ таптырып алдыҡ та. 
- Юҡты һөйләмәгеҙ, мин үҙем ул мөрәжәғәтнамәне ике вариантта тау башында ултырып яҙҙым.
Тау башында яҙһаң, һәйбәтерәк килеп сығамы (космостан илһам тиҙерәк килеп етә), ниңә, нимәлер яҙам тиһәң, мотлаҡ тауға үрләргә кәрәк - быларын береһе лә төпсөшмәне.
- Башлыҡ менән, тимәк, фекерҙәрегеҙ бер, был һәйбәт - А. Глущенко шулай тип йөпләп ҡуйҙы. 
Эшлекле һөйләшеү ошоноң менән бөттө. Сынаяҡтар буш ине. 
Автор:
Читайте нас: