Все новости
Район хакимиәтендә
21 Сентября 2023, 11:59

Кире сафта

Ҡайтмаҫ өсөн киткән һымаҡ булғандар ҙа кире ҡайта икән. 

Кире сафта
Кире сафта
Василий Копыловты бер мәл бөтөн район менән хаҡлы ялға оҙаттыҡ: былай ҙа күп эшләнең, етер, ял ит. Йәше лә апаруҡ, ҡарап тороуға йәш күренһә ни, йөрәк, барыбер, туҙа, нервылар ҡаҡшай. Әммә... Василий Иванович кире сафтарға ҡайта - ул район мәғариф бүлеге начальнигының физкультура буйынса урынбаҫары вазифаһын биләйәсәк. Ниңә ҡапыл былай булып сыҡты тип беҙ оло кешенән белештек (уға 69 йәш). 
- Өйҙә ятып ялыҡтым, толҡа тапмайым, -  тине беҙгә пенсионер. Быныһы - шәхси сәбәп, баҡһаң, хакимиәттә эшләгән кешеләр һаны аҙ икән, ҡул етмәй. Ә бында утты-һыуҙы кискән тәжрибәле кадр бар, көс-ғәйрәте ташып тора, ниңә уны кире эшкә екмәҫкә? 
Беҙ һөйләшеп ултырған мәлдә ишектән элекке район башлығының башы күренде.
- Әхәт Йәүҙәтович, һеҙ ҙә кире ҡайтаһығыҙмы әллә?...
Автор:
Читайте нас: