Уның менән бына әлегеләй, иркенләп ултырып, һөйләшкән дә булманы.
Былтыр район башлығының урынбаҫары булып килде, үҙе Мораҡтан, Күгәрсен районынан, күптәр "әпәт ситтән" тигән ише ҡараны, алдамайбыҙ, беҙ ҙә шулайыраҡ ҡараныҡ шикелле, килер ҙә китер, күңелен бик һалмаҫ.... Азамат Зәкәри улы Сәйфуллин. Бына, ул Юлай Ильясов урынына башлыҡ булып ҡала тигәс, янына барҙыҡ. Тәүге һорауыбыҙ ҙа (ағас теллек бар инде, ҡалайтаһың) шулайыраҡ яңғыраны:
- Һеҙ килгәс, килмешәк тигән кеүек ҡараманымы урындағы халыҡ?
- Юҡ. Был һүҙҙе һеҙҙән тәүгә ишетәм.
- Бер йыл дәүер - аҙ түгел. Ошо ваҡыт эсендә Көйөргәҙе районын ярайһы өйрәндегеҙ. Иң ауырҡан еребеҙ ҡайҙа?
- Райондың иң ҙур проблемаһы - юлдар. Унан коммуналь хужалыҡ. Юлдарҙы тәфсирләп һөйләп тороу ҙа артыҡ, үҙебеҙ шунан көн дә йөрөйбөҙ. Ауыҙ күтәреп, ҙур-ҙур вәғәҙәләр биреп булмай, әммә шуны әйтә алам: ҙур пландар ҡорорға кәрәк. Һәм ошо йүнәлештә эшләргә. Юлдар буйынса мин үҙем Өфөлә бер нисә тапҡыр булдым, һөҙөмтә былай: Яҡшымбәт юлына, Молокандан һәм Бабалар яғынан алып, йылына алты километр асфальт түшәлеп барасаҡ. Коммуналка. Ермолаевоның яғыулыҡ котейльныйы бик иҫкергән. Яңыһын төҙөү ауыр мәсьәлә, ә бына күп ҡатлы йорттарҙы автономлы йылытыуға күсереү - хәл итә торғаны. Беҙ Мораҡта шулай иттек. Ауыл юлдарын таҙартыу, үлән сабыу кеүек эштәргә килгәндә. Ермолаево ауыл хакимиәтенең әллә нисә техникаһы бар. Силсәүит - ул коммуналь хужалыҡ түгел, юл булмаһа, һыу тишелһә торалар ҙә, силсүәиткә шылтыраталар. Был дөрөҫ түгел...
Әңгәмә тулы килеш иртәгә гәзиттә баҫыласаҡ.