Юбилей түгел, шулай ҙа күренекле, барыбыҙ өсөн иҫтәлекле дата.
89 йәш тулыуы уңайынан, "Йәшлек" мәҙәниәт һарайында ярайһы уҡ ҙур сара булды. Ҡоролтай депутаттары ла килгән, райондың ваҡытлыса башлығы, Көйөргәҙенең элитаһы тип һаналған башҡалары...
Телмәрҙәр күп яңғыраны, әлбиттә, ҡотлауҙар, бүләкләүҙәр күп булды.
- Оһо, Әхәт Йәүҙәтович, һеҙ Брежнев һымаҡ булып килгәнһегеҙ ҙә...
Ә. Ҡотлоәхмәтовтың күкрәгендә миҙалдар сылтырай:
- Бөтәһен дә таҡманым әле, ҡалғандары өйҙә ҡалды.
Кәйефтәр шәп кенә барыһының да, А. Сәйфуллин район, тарихи шәхестәр хаҡында телмәр һөйләне. Көйөргәҙелә йәшәгән халыҡ иҫәбе 21 мең лә 27 кеше икән. Кәмейбеҙ. Азамат Зәкәриә улының тауышы юғалды бер мәл, ярар быныһы тиҙ үтте - бер стакан һыу бирҙеләр. Тауыш юғалыуы әллә ни түгел, үҙебеҙ юғалмайыҡ...
Репортаж тулы килеш гәзиттә баҫыла.