Все новости

Күңелдә йылы тәьҫораттар ҡалды

"Башҡортостан" гәзите хәбәрселәре Көйөргәҙе районында булды. 

Күңелдә йылы тәьҫораттар ҡалды
Күңелдә йылы тәьҫораттар ҡалды

Бөгөн баш ҡаланан йыраҡ ҡына ятҡан Көйөргәҙе яҡтарында булып ҡайттыҡ. Эш сәфәребеҙ  муниципаль райондың хакимиәт башлығы вазифаһын башҡарыусы Азамат Зәкәриә улы Сәйфуллин менән осрашыуҙан башланды. Район тормошо, проблемалары, киләсәккә маҡсаттары тураһында уның менән әңгәмәне гәзитебеҙҙә уҡырһығыҙ.

Шулай уҡ Санйын ауылында фермерлыҡ эшен бик уңышлы алып барған Яҡшымбәт егете Рәсил Бикмаев хужалығында ла булдыҡ. Йылдан-йыл малдар һанын ишәйтеп, хужалығын нығыта барған йүнсел - райондаштарының ғорурлығы. Әйткәндәй, уның тормош иптәше Лилиә Рәсил ҡыҙы ҡалала үҫһә лә, фермерлыҡ эшендә иренә ҙур таяныс. Эш башлағанда һыйыр һауып та ярҙам иткән, бер ауырлыҡ алдында ҡурҡып ҡалмаған.

Абдул ауылынан ике улын махсус хәрби операцияға оҙатҡан, икеһе лә офицер булып хеҙмәт иткән Рәйфә апай Яҡупова менән осрашыу ҙа күңелдә йылы күңел тәьҫораттары ҡалдырҙы. Рухи яҡтан көслө, илен-ерен һөйгән әсәйҙәрҙән генә шундай батыр улдар тыуалыр.

Бахмут ауылы яҡтарында булып “Илһам” клубына йөрөгән замандаштарыбыҙҙы күрҙек. Улар сәләмәт тормош алып барыуҙы өлгө итеп ҡуйыу, спорт залына күнекмәләргә йөрөүҙән үҙҙәренең эшмәкәрлеген башлаһа, бөгөн махсус хәрби операцияға ярҙам итеү йәһәтенән дә яугирҙәргә ныҡлы терәк була беләләр.

Резеда Шәнгәрәева.

Автор фотолары.

Автор:
Читайте нас: