Кисә янғын хәүефһеҙлеге буйынса Көйөргәҙе районы хакимиәтендә сираттағы ултырыш булды.
Ул-был нәмә булмаҫ та кеүек ине – һәр саҡтағыса шунса янғын булды, сәбәптәре шул, тип кенә һәм ҡайһы бер ерҙәрендә акцент яһабыраҡ сығыш яһарҙар ҙа вәссәләм, тип уйлаһаҡ, улай ғына булманы. Күмертау янғын һүндереү часы начальнигы Н. Иванов һәр саҡтағыса үҙен ялҡынлы трибун итеп күрһәтте, иптәштәр, шуны эшләмәйһегеҙ, быны башҡармайһығыҙ, тик ятаһығыҙ, тигән кеүек һөйләне. Был юлы силсәүиттәр (ә яуаплылыҡ тап улар өҫтөнә төшә) өндәшмәй ултырып ҡала алманы.
Илкәнәй тирәһендә үлән янған. 1 гектар самаһы ер янып бөткән, ошо ваҡиғаны миҫал итеп алып, Иванов дорфа ғына фәлән силсәүит ғәйепле, закон бына нимә, ти, һеҙҙең һымаҡтар хаҡында, тип ҡағыҙҙарын һелкте. Илкәнәй силсәүите Т. Иҙрисов та грамоталы кеше, һеҙ беҙҙән таптыра беләһегеҙ, ә үҙегеҙ нимә эшләнегеҙ әле, ана шул үләнде һүндерергә килгән машинағыҙҙы ҡарағыҙ – әҙәм көлкөһө бит – уны хатта ҡыҙҙыра алмайҙар, етмәһә, бер сәғәт буйы килеп еткәнен көттөк. Янғын эргәләге тимер юлынан үткән поездан сыға, ә тимер юлы тирәһенә беҙ яуап бирмәйбеҙ. Иванов ҡаршы әйткәнде ишетеп өйрәнмәгән булһа кәрәк, тауышы менән алдырмаҡсы итте: һеҙ РЖД-ға яҙҙығыҙмы, нисек булһа ла, барыбер һеҙ ғәйепле – бына шул туралағы закон – ҡулдар алда ятҡан ҡағыҙҙарға үрелде. Мораптал ауыл хакимиәте башлығы ла поездарҙан яфаны күп күргән. А. Кинжәлиев: һуң, йәй буйы локомотив артынан сыҡҡан утты һүндерә-һүндерә хәл бөтә, хаттар ҙа яҙҙыҡ – фәтеүә юҡ. Исмаһам, РЖД-ның үҙҙәренең беҙҙең тирәлә берәй ут һүндереүсе техникаһы, кешеһе булһа ине, тине. Янғын начальнигы тиҙ генә бирешә торғандарҙан түгел, яҙығыҙ, күп итеп яҙығыҙ, тора-бара, берәй файҙаһы тейер, тип үҙ туҡһанын туҡһан итмәксе. Йәнә бер проблема – Шәбағыш янында урман яна башлаһа, күнәк-фәлән тотоп кем йүгерә – силсәүит. Ә ул – лесхоз ерҙәре. Был һорау әллә ҡалай һауала эленеп ҡалды кеүек, һәр кем урындан ҡысҡыра башланы, хатта «Көйөргәҙеагропродукт» етәксеһе В. Филатов та түҙмәне: һеҙ, иптәш Иванов, улай ҡырыҫ һөйләшмәгеҙ. Иванов мәрхәмәт күрһәтәм типме, тағы ла закондар яҙылған ҡағыҙҙарына эйелде: улай-былай яндырыр нәмәгеҙ булһа, махсус урын әҙерләп, ҡарап тороп яндырырға була. Былтыр рөхсәт итмәнем, быйыл итәм. (Әллә уны МЧС министры итеп ҡуйҙылармы икән?). Комиссия ултырышын алып барыусы Ә. Ҡотлоәхмәтов үтә ныҡ ғауға киткәс, бергә эшләйек тыныс ҡына, беҙҙең үҙ-ара аңлашыу етмәй, тине. Гел силсәүиткә ябырылмағыҙ, тораһығыҙ ҙа штраф тип ҡурҡытаһығыҙ, уларға былай ҙа ҡыйын. Шунан бит улар һәр паровоз артынан сабып та йөрөй алмай. Янғын начальнигы ауыр артиллерияға күсте: Путин нимә тине? Миңә кем нимәгә яуаплы икәне мөһим түгел, кеше үлемдәре булмауы мөһим. Шулай булғас, әйҙәгеҙ, закон буйынса эшләгеҙ.
Ошо көндәрҙә пожарниктар ауылдар буйлап уларҙың хәлдәрен тикшерә башлай. Тәү ударҙы Бахмут, Ленин, Керәүле-Илюшкино, Ермолаево аласаҡ. Улай-былай булһа, штрафтары ла хәтәр – 200 меңдән 1 миллион һумға ҡәҙәр. Йәғни, пожар депоң, янғын машинаһына һыу алыу урыны бармы, дөкәмиттәрең тәртиптәме... ошолар тикшереләсәк.
Был йәһәттән эҙләһәң, ғәйепте һәр кемдә табып була. Мәҫәлән, Ермолаевола 10 гидрант эшләмәй. Береһен хатта юл төҙөгәндә асфальт менән күмгән дә киткәндәр. Хәҙер уның ҡайҙа икәнен дә белеүсе юҡ, ТНТ-нан экстрасенстарҙы ғына саҡырмағанда.
Районда 256 йортҡа янғынға ҡаршы сигнализация ҡуйылған. Ҡуйылған да ул, шатлан да ултыр, тик бында ла үҙ әтнәкәләре бар. Береһен йәлләп йортона урынлаштырып киттеләр ти сигнализацияны. Тик был кешенең бер саҡ йорт эсендә үлтереп тәмәке тартҡыһы килә башлай йәки ҡатыны, егәрләнеп китеп, табаһын шажлатып көлсә бешерергә тотона. Төтөн еҫе сығыу менән, теге сигнализация тигән нәмә, әҙәм аптыратып, бар донъяға яр һала башлай бит, шуға бәғзе хужалар шылт итеп сигнализацияны һүндерә лә ҡуя – тормаһын йән көйөгө булып. Бындайҙарға ҡаты яза бирергә кәрәк, тинеләр, дәүләт, уларға аҡса түгеп, янғындан һаҡламаҡсы, ә улар ана нимә ҡылана.
Тауышлы ғына үтте был комиссия ултырышы. Башҡа уй килде: ҡысҡырышһаҡ, ошонда ҡысҡырышайыҡ, ә берәй оло ҡаза килеп сыҡҡанда түгел. Барыбыҙҙы ла Хоҙай һаҡлаһын.
24 АПРЕЛЬ, 2018 йыл.