Былтыр нимә эшләгәнбеҙ, эшләй алмағанбыҙ, тулайым ошо турала Совет рәйесе Дамир Байгилдин, район башлығы Юлай Ильясов сығыш яһаны. Өҫтәмә рәүештә полиция начальнигы Азат Манғотов, башлыҡ урынбаҫары Данил Акилов һәм Йәмәғәт палатаһы рәйесе Эльза Васильева телмәр тотто.
Оҙонға һуҙылды. Ҡыҫҡасаһы былай. Былтыр районда апаруҡ эштәр эшләнгән (төрлө тармаҡтар буйынса), мәғариф, коммуналь хеҙмәт, мәҙәниәт, ауыл хужалығы... ППМИ-ла ҡатнашҡанбыҙ, реаль эштәрҙә, һәйкәлдәр асҡанбыҙ, ремонттар яһағанбыҙ... Юлдар мәсьәләһе ауыр. Шулай ҙа, Ермолаевола асфальт һалынды, ҡайһы бер ауылдарға ҡырсын түшәлде.
Көйөргәҙе - дотацион район, үҙебеҙҙе үҙебеҙ ашата алмайбыҙ, бөтөн тапҡан-таянғандың ни бары 34 проценты үҙебеҙҙеке, ҡалғанын Үҙәктән, ҡулды һоноп, һорап алабыҙ.
Махсус хәрби операцияны телгә алмай булманы, байтаҡ ҡына ярҙам итеп ташлағанбыҙ фронтҡа. Яуҙа үлгәндәрҙе бер минут тын тороп иҫкә алдылар.
Район депутаты Ғәйнетдин Мөхәмәтов баҫты:
- Бассейн менән спиртзавод яҙмышы артабан нисек күҙҙалана?
- Бассейн... Ауыр һорау, -Юлай Талха улы көрһөндө, - 2019 йылда асылырға тейеш учреждение, күрәһегеҙ, һаман тора. Радий Хәбиров эште ахырына еткерәбеҙ, тине... Көтәбеҙ. Ә спиртзавод... Инвестор килде, нимә эшләр, уны ла көтәбеҙ.
- Ул бит Таиланда ҡыҙынып ята.
- Ҡайҙа ятһа ла беҙ уны нимә эшләтә алабыҙ, бизнес айырым, беҙ -айырым.
- Кисә Ермолаево котельныйында булдым. Ҡот осҡос хәлдә лә ул. Йә емерелә, йә шартлай. Нимәлер уйларға кәрәк, юғиһә, хәлдең аҙағы насар булыуы бар.
- Уйларбыҙ...
Ғәйнетдин Ғәзиз улынан башҡа ауыҙ асҡаны булманы. Ситтән ҡараған кеше быларҙы күреп, бер ҡыуаныр ине (санкция-фәләнгә ҡарамай. нимәлер ҡыбырлатып ятабыҙ), икенсе яҡтан, ҡайғырыр ҙа ине - хәл итә алмаған проблемалар байтаҡ. Иң ауыры - кәмейбеҙ. Былтыр районда 68 бала тыуған, 256 кеше үлгән.