Һорауҙарҙы Госуслуга аша бирергә кәрәк ине, шуға әллә ни ҡыбырлаған кеше булмаҫ тиһәк, апаруҡ ҡына һорау биреп ташланылар.
Кемделер тракторға (уныһы икенсе өлкәлә теркәлгән) техосмотр үткәрергә тип һораны, икенсеһе ял итеү зонаһы асырға ине, йылға буйында, унда шашлыҡ-машлыҡ ҡыҙҙырырға, атта йөрөргә мөмкин буласаҡ... Быларына килешле генә яуап бирелде.
Бассейн. Аптыраған көндән, артыбыҙ менән шул бассейнға сумыр хәлгә еттек, быйыл май аҙағында подрядсы билдәле буласаҡ, эш башланасаҡ, тине башлыҡ, быныһы алдап ҡасмаҫ тип ышанам.
Юлдар... Молокан юлына быйыл асфальт һалынасаҡ (теге машинаның бөтөн тишә торған ер), Яҡшымбәт яғына ла һалынасаҡ (1700 метр), Ҡотлоюл юлын да ҡараясаҡбыҙ (әле үтә алмаған участоктың эштәре бары тик 2026 йылда ғына бөтөргә тейеш килешеү буйынса), Яҙлау яғына ла ҡырсын түшәләсәк, Ермолаево ауылы урамдарының ҡайһы берҙәренә асфальт һалынасаҡ, Керәүле тарафына башланған юлды асфальтлау ҙа дауам итәсәк.
Ермолаевоның Төнъяҡ микрорайнында һыу ҡасан була? Проект экспертиза үтте, республиканан аҡса көтәбеҙ.
Мораптал яғына автобус йөрөмәй, ҡалаға табан йәйәү тәпәйләргәме беҙгә? Был һорау контролдә, АТП менән берәй төрлө яйын табырбыҙ.
Яңы эшкә килгән йәш уҡытыусыларға беҙҙең районда 2 МРОТ ҡына бирәләр, башҡа райондар 4 МРОТ тоттора, ниңә улай? Быйыл беҙ ҙә шулай итәсәйбеҙ, йәш мөғәллим 4 МРОТ аласаҡ.
Китапханаларға китаптар алыр өсөн аҡса юҡ, район бюджеты бирә аламы?
Яңы Отрадаға газ инде тиергә була, быйыл ул һәр йортта буласаҡ. Красный Маяҡҡа йәш ағас үҫентеләре кәрәк икән...
Үтә ныҡ ҡыҫҡа булды был бәйләнеш, һорауҙар ҡалдымы икән, белмәйбеҙ, һәр хәлдә Юлай Талха улы бөтәһен лә (Госуслуга аша килмәгәненә лә) яҙма рәүештә яуап бирербеҙ тип тынысландырҙы.