Беҙ ошолай тип һорау биргән булдыҡ - Зәк-Ишмәт бит ул, бында килдеңме, һәр сәфәр байрамға әүерелә лә китә торған, ҡунаҡты ҡунаҡ итеп күрә белгән халыҡ йәшәй бында.
- Юҡ, - тинеләр, - был - етди сара.
Ысынында ла шулай: бөгөн Зәк-Ишмәттә күсмә сессия эшләй. Район депутаттары, ошолайтып, төрлө ергә сығып, ултырыштарын үткәрергә тип ҡарар иткәйнеләр, беренсеһе Яңы Морапталда булғайны, бөгөн бар иғтибар - Зәктә.
Клуб, ФАП, мәктәп, хужалыҡтар... Район етәкселеге бөтәһе менән танышасаҡ, барыһын үҙҙәре тотоп ҡараясаҡ. Зәктәр бөгөн нисек йәшәп ята икән - был турала киләһе һанда яҙылыр.