Бөтә яңылыҡтар

Пенсия йәшен һинең арҡала арттырҙылар

Бөгөн ул һуңғы көн эшләй.

Пенсия йәшен һинең арҡала арттырҙылар
Пенсия йәшен һинең арҡала арттырҙылар

Райондың архив бүлеге етәксеһе Наталья Афонина эштән китә. Уның менән хушлашабыҙ тип, байтаҡ ҡына кеше янына инеп, кемеһе гөлләмә, кемеһе башҡа бүләк тотоп, йылы һүҙҙәр әйтеп сыҡты. 1993 йылдан алып ошо бүлектә ултыра – белмәгән кешеһе, белмәгән тарихы юҡ Наталья Юрьевнаның, оҙаҡ йылдар эшләгәнлектән, ҡапыл тотоп китеп барыуҙары ҡыйын түгелме тип белештек. Юҡ,  тине «дембель», бер тамсы ла үкенмәйем, хатта еңеллек тоям, башҡа эшкә күсәм, тормош дауам итә.  

- Һай, Наташа, һиңә рәхәттер ҙә, беҙгә ҡыйын булыр, - янындағы ҡыҙҙар шулай тип сыр-сыу килә. Әрләп та алдылар:

- Әллә нисәмә йәштәһең, ә үҙең һаман кейәүгә лә сыҡмаған үҫмер ҡыҙ кеүекһең, пенсия йәшен һинең арҡала оҙонайттылар.

В.Путин Н. Афонина тигән кешенең донъя йөҙөндә барлығын беләлерме, әммә беҙ беләбеҙ. Тормошоңдоң яңы бите асыла, яңы һуҡмаҡҡа аяҡ баҫаһың, алда һине бары тик уңыштар көтөп торһон.

Автор:
Читайте нас: