Все новости

"Килегеҙ, күрегеҙ"

Бөйөк Еңеү көнөндә Абдул ауылында бик ҙур фәһемле сара үтте. 

"Килегеҙ, күрегеҙ"
"Килегеҙ, күрегеҙ"

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында данлыҡлы 112-се башҡорт атлылары дивизияһында һуғышҡан ауылыбыҙ яугирҙәренә Абдул ауылына ингән ерҙә стелла асылды. Һуғышта ҡатнашҡан Аҙеһәмов Фатхрахман, Ниғмәтуллин Лотфрахман, Рәзәпов Минһаж, Аҙнабаев Рәшит ағайҙар ысын мәғәнәһендә ат өҫтөндә ауылыбыҙға ҡайтҡандай булды был көндө. Ысынбарлыҡта, Әхтәм Ихсандың “Саҡма тояҡ аттарҙа” персонаждары араһында беҙҙең ауыл геройҙары ла бар бит. 
Бөйөк еңеү менән ҡайтҡан ауылдаштарыбыҙҙың яу яралары булһа ла, улар тормошта үҙ урындарын табып эшләнеләр, донъя көттөләр, балалар үҫтереп төрлө өлкәләргә йәшәргә оҙаттылар.
Ветерандарыбыҙ киләһе йәш быуынға ҙур өлгө булып торалар, еңеүҙең нисек яуланыуын хәтерләтәләр. Был беҙҙең патриотик тәрбиәбеҙҙең дауамыҙыр тип уйлайым.
Хөрмәтле ҡунаҡтарыбыҙ, сарала ҡатнашыусылар Көйөргәҙе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлай Ишмөхәмәтов, Мобилизация әҙерлеге, Граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр эштәре буйынса секторҙың баш белгесе Ринат Сәйфутдинов һәм Яҡшымбәт ауылы хакимиәте башлығы Юнир Сынбулатовтар үҙҙәренең рәхмәт һүҙҙәрен сараға төп әҙерлек эштәрен алып барыусы, ойоштороусы Азат Ниғмәтуллинға, Рәшит Акчуринға, Данир Хөсәйеновҡа, Наил Ниғмәтуллинға, Алик Аҙнабаевҡа белдерҙеләр.
Сараға халыҡ күп йыйылған ине...

Абдул ауылы ағинәйҙәр рәйесе Зөлфирә Усманова.

Хат тулы килеш гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: