Юҡ, иҫтә ҡалмаған. Элек бик йыш күрешә инек, Рәсимә Шәһисолтан ҡыҙы тәмле-тәмле күстәнәстәрен дә тейәп ебәр ине (Райпо бешергән икмәк, бәлеш, туҡмас тәмен бер тәмләгән кеше мәңге онотмаҫ ине)... Заманалар ҡырҡа үҙгәреп китте, Райпоны ситкә эттеләр кеүек.
Йылына әллә нисә миллионлыҡ һалым түләгән, әллә нисә кешегә эш урыны биргән предприятие онотола башланы. Әллә онотторорға тырыштылар?
Бөгөн Р. Бабченко менән, ниһайәт, осрашырға насип булды.
- Универмагты иҫләйһегеҙ бит, бер йылы шатырлатып япты ла ҡуйҙылар (был проблеманы беҙ әллә нисә тапҡыр яҡтырттыҡ), уны кире асҡансы күпме аҡса, көс китте, - осрашмағанға күп ваҡыт үткәс, һөйләр һүҙҙәр, хатта серҙәр ҙә күбәйеп киткән.
Башҡаһы - башҡа, тиҙҙән Райпо данлыҡлы икмәген киренән бешерә башлай! Ермолаево икмәге тигән бренды кем белмәй икән, был икмәкте бит хатта ситтән килеп тә, эҙләп йөрөп, ала торғайнылар.
- Цехтың мейесе яғыла башлау менән һеҙҙе саҡырам, - Рәсимә апайыбыҙ алдан уҡ иҫкәртеп ҡуйҙы. Барабыҙ, әлбиттә, йылы икмәге лә, әлегеләй элеккесә йылы итеп аралашыу ҙа ныҡ һағындырған.