Баланы ситкә ебәреү былай ҙа ҡыйын, күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән яҡтарға китеп бара, әрмегә, әсә кеше өсөн ауыр булды.
Уның ҡарауы, әле шатланып, ғорурланып ултыра - Алмирҙы маҡтап, командирҙары хат ебәргән.
Потехин исемле офицер маҡтаған ғына инде Алмир Рахманғоловты, әйтмәгән һүҙ ҡалдырмаған, тәртипле, хәрби һөнәрҙе тиҙ үҙләштерә, отҡор, инициативалы тигән.
Беҙҙең егеттәр әрмегә барҙымы, уларҙы маҡтауҙан бушамайҙар, әллә эскән һыуҙарыбыҙ, һулар һауабыҙ, ҡара еребеҙҙә үҫкән икмәгебеҙ шулай итеп үҫтерә малайҙарҙы, әллә ата-әсәләрҙең тәрбиәһе бик шәп.