Все новости
Әрме
21 Июня , 17:23

Түҙемһеҙлек менән көтөрбөҙ

Улыбыҙ Айсыуаҡ әрме сафтарына юлланды. 

Түҙемһеҙлек менән көтөрбөҙ
Түҙемһеҙлек менән көтөрбөҙ

Әсәй өсөн бала менән айырылыу бик ауыр. Көтөп алыуы ни тора икәнен үҙем бик яҡшы аңлайым, яңыраҡ ҡына өлкән улыбыҙ әрменән ҡайтты. Донъялар тыныс булмауынан да, йөрәккә ауыр. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, бөтә көсөбөҙҙө, түҙемлелегебеҙҙе йыйып көтәбеҙ. Физик яҡтан көслө, бирешмәҫ булыуы, аҙ ғына эскә йылылыҡ килтерә. Айсыуаҡ улыбыҙ бик теремек, тиктормаҫ булып үҫте. 2-се кластан уҡ спорт ярыштарынан урындар яулай башланы. Иң беренсе Яңы Таймаҫ гимназияһының физкультура уҡытыусыһы Илдар Зәки улы Исҡужинға рәхмәттәр еткерәм. Ул балабыҙҙың спортҡа һәләтлелеген күреп, уның менән шөғөлләнеп, ярыштарға йөрөттө. Үҙебеҙ ҙә тырыштыҡ, ауылдан бассейнға тренировкаға йөрөттөк. Районыбыҙҙың балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры Марат Булат улы Сәлиҡбаевҡа ла ҙур рәхмәт...

Гөлнара БИКМӨХӘМӘТОВА, Күмертау ҡалаһы

Хат тулы вариантта гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: