Әрме
18 Октября 2025, 05:39

Кәйефтәре шәп

Бөгөн көҙгө саҡырылыштың тәүге егеттәрен әрмегә оҙаттыҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Кәйефтәре шәпКәйефтәре шәп
Кәйефтәре шәп

Күмертау ҡалаһынан һәм Көйөргәҙе районынан 15 егет ил алдындағы бурыстарын үтәргә киттеләр. Барыһының да кәйефтәре шәп, афариндар. Шулар араһында Яҡшымбәт егете Индар Рәфил улы Ғайсин да бар.
- Улыбыҙ теләп китте әрмегә. Беҙҙең балабыҙға ла һәм башҡа егеттәргә лә иҫән-һау йөрөп ҡайтырға яҙһын, - тиҙәр Индарҙың туғандары. Ауылдашын оҙатырға килгән Рәүеф Абдуллин военкоматҡа кереп бөтә егеттәргә именлек, аҡ юл теләп  доға ла ҡылды.

Автор:
Читайте нас