

Класс етәкселәре Фәнүзә Минебулат ҡыҙы Хәлитова менән ҡунаҡтарға Ҡарға бутҡаһы байрамын сәхнәләштереп күрһәткәндәр.
- Район уҡытыусылар семинары үтте. Рәсем, хеҙмәт, музыка уҡытыусылары килделәр. Уларға кластан тыш байрам күрһәтәбеҙ тип алдан әҙерләндек. Музыка дәресендә халҡыбыҙҙың милли музыка ҡоралдары, уйындары, байрамдары тураһында һөйләшеү үткәрҙек. Ошоға ярашлы яҙ миҙгеленең иң матур байрамдарының береһе «Ҡарға бутҡаһы» байрамын сәхнәләштереп күрһәттек.
Материал тулыһынса гәзиттә баҫылды.