Еҙ ҡурай. Легендар ҡурай, уны Баймаҡ районы Таулыҡай ауылы фронтовигы Вәлиев Баҡый Вәли улы яһап уйнаған булған. Сит ерҙәрҙә ҡурай үҫмәй, ошолайтып һалдат һағыштарын баҫҡандыр.
Һуғыш бөткәс, Башҡортостанға ҡайта был ҡурай...
Һәм ул, бына, Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт ауылы сәхнәһендә уйнап тора. Мөғжизә бит?
Кисә концертты ҡараған тамашасыға был ҡурай моңо саҡ ҡына башҡасараҡ ишетелгәндәй тойолдо, әйтерһең был моң, ыҙғышмағыҙ, талашмағыҙ, бер-берегеҙҙең ҡәҙерен белеп, татыу йәшәгеҙ тимәксе ине - ғүмерҙәр бигерәк ҡыҫҡа.