Бөгөн, Ҡунаҡбайҙағы байрамда йөрөй торғас, шундай уй килде башҡа.
“Ҡары-Ҡыпсаҡ” ырыуы Ҡолгилдиндарҙың “Шәжәрә байрамы”на саҡырабыҙ тип әйттеләр ҙә, бәләкәс кенә ауылдың бәләкәй генә байрамы булыр тип барған инек. Тиҙ генә йөрөй ҙә әйләнәбеҙ, йәнәһе. Әйләндек! Ҡайҙан киләлер - ҡунаҡбайҙар бер нимәгә тотондомо, ҙурҙан ҡуба ла китә. Өмә булһа ла шулай, ҡунаҡ-байрам тиһәң дә шулай.
Береһе Яңы Морапталдан, икенсеһе Сандинан, Яҡуттан, Таймаҫтан, Яманһарынан, Яр Саллы, Мәскәүҙән... Ҡырғыҙстандан. Ҡунаҡбай ауылына тамырҙары менән бәйле халыҡ ана күпме ергә тиклем сәселгән. Ермолаево ауылы башлығы Марина Букреева ла әллә кем булып ултыра - уныҡылар ҙа бөтәһе лә...
Материал киләһе һанда баҫыла.