

Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Закир улы Байғусҡаров һәм район хакимиәте башлығы Юлай Талха улы Ильясов, Яҡшымбәт ауыл хакимиәте башлығы Юнир Ирек улы Сынбулатов килделәр. Зариф Байғусҡаровтың гранты буйынса беҙҙең ауыл һуғыш ветераны Боҫҡанов Кәүи бабайға ла таҡтаташ яһатылды. Зариф Закир улы үҙе ултыртышып күп йыллыҡ сәскә сәсте. Тағын икенсе һуғыш ветераны Аксаров Рәшит бабайҙың ҡәберен таҙартып, кәртәһен буяп, сәскә сәселде.
Ауыл халҡы исеменән ҙур рәхмәт, ошо изге эшегеҙ бик оҡшаны. Һеҙгә эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ.
Сельский клуб Кутлуюлово