Барыһын да техника башҡара: саба, йыя, күбәләй, алып ҡайтып өйөп ҡуя. Янында, ҡулды кеҫәгә тығып, ҡарап ҡына тор. Бер яҡтан быныһы һәйбәт - бесән әҙерләйем тип хәлдән таймайһың, икенсе яҡтан...
Икенсе яҡтан насар: йолалар онотола. Хәтерләгеҙ элек нисек ине - бесән әҙерләү үҙе бер байрам була торғайны. Тап ошоно уйлап та, Көйөргәҙе районы Яңы Мораптал мәҙәниәт хеҙмәтҡәрҙәре йыл һайын "Бесән өмәһе" тигән ҙур сара ойоштора. Салғы менән бесән сабыуҙа ярышып (бында бакуйыңды тиҙерәк сабып алға сығыу ғына мөһим түгел, үләнде төбөнә тиклем, әрәм-шәрәм итмәй, ҡырып сабаһыңмы, шуны ла ҡарайҙар), миндек бәйләү (быныһы ла ҡатмарлы ғына һөнәр, мунсала сабынғанда, миндеген йүнле булмаһа, тәнеңде һыҙырып бөтә, ҡулыңда сөйәл барлыҡҡа килә, ауыр, йәтеш булмаһа миндегең, беләктәрең һыҙлай)... Әлбиттә, башҡа төрлө уйындар ҙа була, йырҙар, бейеүҙәр... Мул табын.
Бындай эште ғүмерендә лә күрмәгән йәш-елкенсәк ситтән генә ҡыҙығып ҡарап тора: йәшәй белгәндәр ҙә һуң ата-бабалар!