Все новости
Рухиәт
9 Июля 2023, 10:37

Юлайҙар күберәк булһа...

- Еҙнә, ниңә һин минән аҡса һорамайһың ул?

Юлайҙар күберәк булһа...
Юлайҙар күберәк булһа...

Күмертау эшҡыуары Юлай Сәғитов ҡапыл ғына ошолай тип һорап ҡуйҙы. Көтмәгәндә. Беҙ уның ҙур машинаһында Бөрйәнгә китеп барабыҙ. Бындай автомобилдә йөрөп өйрәнмәгәс, ҡыҙыҡ, алама юл да хатта һәйбәт тойола, һикертмәй, саң кермәй.
Аҡса тигәне, үҙемә түгел, әлбиттә, гәзиткә яҙылыу осоро бара бит, шуға һуҡтырыуы ҡәйнештең. Баҙап ҡалдым: бындай кешеләр ҙә бармы ни әле беҙҙең халыҡта? Бир, ярҙам ит тип элегерәк йөрөлдө, хәйерселәй тояһың ошондай мәлдә үҙеңде, уңайһыҙ, үҙең өсөн һораған кеүек. Бир тип барғаны беҙҙең "байҙар" булырға тейеш, улар аҙ, аҙ булғаны бер нәмә, бирергә теләмәгәне икенсе тема. Бер саҡ, ул саҡта район ҡоролтайын етәкләгән Фәнир Малбаев, теге йәки был мәҙәни сараға спонсор эҙләгәнендә әйтеп ҡуйғайны - башҡортҡа барғансы, мин әрмәнгә барам, ул, ыһ та итмәй, бирә лә ебәрә, ә беҙҙекеләр... Фәнир Саҙретдин улы, һауаны ярып, ҡулын һелтәй. Аңлайбыҙ. Баштан үткән. Шуға хәҙер йөрөмәйбеҙ - мәғәнәһе юҡ. Күп осраҡта киреһе килеп сыға торған - үҙеңдеке үҙеңә яу. Ҡыҙыҡ, беҙҙә әрмән телендә гәзит сыҡһа, уның тиражы күпме булыр ине икән? 
...Юлай Рәфҡәт улы, бер саҡ Күмертауға Зәйнетдин килгәс, уның концертынан һуң, кәйефе ныҡ төшөп, шылтырата.
- Тамаша шәп булды, тик береһе лә сығып рәхмәт әйтмәне, шуға уңайһыҙ, бөтөн артистарҙы кафеға саҡырҙым, кил әле.
Барҙыҡ. Өҫтәл артында, туҫтаҡ тотоп, рәхмәттәр әйтелде, шулай итеп, Күмертауҙың бәҫен, тимәк, халыҡтың бәҫен күтәрергә тырыштыҡ.
Ҡыҫҡаһы, 18 кешегә гәзит яҙҙырҙы Юлай. Бәләкәй генә эш һымаҡ, аңлай белгән кеше генә әйтә алыр: был ҙур ғәмәл.

Үҙенә йүнләп рәхмәт әйтергә лә әмәл булманы, бына әле әйтәбеҙ: рәхмәт. Ошондай юлайҙарыбыҙ күберәк булһа, йәшәүе күпкә еңелерәк булыр ине. 

Автор:
Читайте нас: