Все новости
Рухиәт
17 Августа 2023, 08:05

Бөгөн “Урал Батыр” эпосын яттан һөйләүселәрҙе Бөрйән ере ҡаршы алды

"Урал батыр" ҡобайырын яттан һөйләүселәр һәм йәш сәсәндәр төбәк-ара конкурсы 16-18 августа Бөрйән районында үтә. 

Бөгөн Бөрйән районының мәҙәниәт һарайында тантаналы рәүештә "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүселәрҙең конкурсы башланды. Әйтергә кәрәк, «Урал батыр» эпосы – иң боронғо эпик ҡомартҡыларҙың береһе, халҡыбыҙҙың рухи хазинаһы, əҙəби мираҫы. Уның йөкмəткеһе башҡорт халҡының бала тəрбиəлəүҙəге төп принциптарын сағылдыра.
"Урал батыр" ҡобайырын яттан һөйләүселәр һәм йәш сәсәндәр төбәк-ара конкурсы 16-18 августа Бөрйән районында үтә.
Сара 18 августа «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни музей комплексында еңеүселәрҙе билдәләү менән тамамланасаҡ. Әйткәндәй төбәк-ара конкурс быйыл 25-се тапҡыр үткәрелә.

Автор:
Читайте нас: