Все новости
Рухиәт
24 Августа 2023, 15:09

Төш

Бер әкиәттә кем дә кем иң матур төш күрә тигән һымаҡ, бәйге үткәргәндәр. 

Төш
Төш

Кемдең төштөң иң шәбен күрә, шул, йәнәһе, ҡаҙҙы ашай. «Һаранбай менән Зиннәт ағай» тип атала ул әкиәт. Шунда бер бай төшөн ошолайыраҡ һөйләй:
- Шунан былар мине һыйларға тотондолар. Өҫтәлдә ниҙәр генә юҡ — йәнең ни теләй, барыһы ла бар! Бында күгәрсен һөтө генә юҡ икән, тип тора инем, уныһын да килтереп ҡуйҙылар... Бындай һәйбәт төштө донъяла берәүҙең дә күргәне булмағандыр.
Беҙ ошо кешенең төшөндә булып ҡайтҡандай булдыҡ. Бөгөн Ҡотлоюлда Ибраһимовтарҙың күркәм, ҡунаҡсыл йортонда. Мәсеткә нигеҙҙе һалып, килешле итеп, фотоларға төшөп бөттөкмө-юҡмы, табынға саҡырҙылар. Мәрүәр апай ҡорбан салдырған икән. Беҙ, эйәртенешеп, болдорға барып инеүгә, хужалар, тәүҙә мунса инмәйһегеҙме, тип торалар. Кереп бер сабынып сыҡҡанда арыу булыр ине, саңлы юлдан килдек... Ваҡыт тығыҙ. Шуныһы ғына тотто, юғиһә, мунса ене беҙгә хәтәр ҡағылған. Өҫтәл артына уҙғас, әллә берәйһенең туй-фәләнеме икән тип уйланыҡ, юҡ нәмә үҙе юҡ. Эш күп, гәзит сыҡҡан мәл булһа ла (тегендә - редакцияла бер кеше генә, табындан мәхрүм булып, ултырып ҡалды), тиҙ генә тороп китеп булманы, хужаларҙың ихласлығы ебәрмәй тотто.
Оҙата сыҡҡан Радик ағай, ошо ергә ҡайтһам, һауаһын һулаһам, миңә башҡа бер ни кәрәкмәй, тине (ул үҙе Ырымбурҙа йәшәй). Хатта, кинәнестән, күҙҙәрен йомдо. Ышандыҡ. Беҙ ҙә әле шул хәлдә баҫып торабыҙ - бындай ауыл, бындай кешеләр булғанда бүтәне бик кәрәкмәй ҙә.

Матур төштәрҙе өнгә әйләндерә белгәнегеҙ өсөн рәхмәт, туғандар.

Автор:
Читайте нас: