Все новости
Рухиәт
29 Августа , 15:03

Йолалар һаҡлаған ауыл

Уҙған ялдарҙа был ауылда йәш парҙар Илүзә менән Фәнзил Хөсәйеновтарҙың никах туйы гөрләне. 

Йолалар һаҡлаған ауыл
Йолалар һаҡлаған ауыл

Кисенә уларҙың кейәү сәйенә, ике еңгә һәм ҡыҙҙың әхирәттәре, апайҙары саҡырылды. Өлкән еңгә - Гөлназ Йыһаншина бер-ике кейәү йөрөтөп, тәжрибә туплап өлгөргән булһа, икенсе еңгә Розалина Хөсәйенова был йола менән тәүгә танышты, шуға ҡарамаҫтан улар барыһын да йолаһына еткереп, күңелле итеп үткәрҙеләр.
Кейәү балаҡай, иптәш егете менән ҡыҙ йортона килгәндә кәләш ныҡлы йәшерелгән ине. Егетебеҙ ишектәрҙе асыу өсөн аҡсаһын да йәлләмәне, һынауҙарҙы ла үтәне. Еңгәйҙәр кейәүҙе алдаштырып, башын бутап, кәләштең йәшеренгән урынын оҙаҡ ҡына күрһәтмәй йөрөттө. Кейәүҙән Ирек Ноғомановтың "Илүзәм" йырын йырлатып, ике яҡ та килешкәс кенә ҡыҙ йәшерелгән ишек келәһе асылды...

Артабан йәштәр нимә эшләгән -был турала гәзиттә яҙылды. 

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас в