Все новости
Рухиәт
16 Сентября 2023, 13:17

Уң ҡулында булыр ҡурайы

- Хәс итсегә оҡшап тораһың, мал салып йөрөйһөңмө әллә?

Уң ҡулында булыр ҡурайы
Уң ҡулында булыр ҡурайы
Рәүеф Әбйәлиловты күберәге сәхнәлә генә күреп өйрәнгәлектән (хәләле менән бар Ер шарын урап сыҡтылар әллә?) ошолай һорағайныҡ. Юғиһә, анау тирмәләр артынан тәмле итеп, иғтибарҙы тартып, бешкән ит еҫтәре килә. Янында дуҫы Филюз Юлдашбаев, Федоровка районы егете, төрттөрә: эскән кешеләрҙе кодировать итеп тора. Шаярта инде, Кинйә-Абыҙ - Айыҡ ауыл! Эсеү бөттө бында. Төбө-тамыры менән ҡороно. 
...Саҡ ҡына торараҡ халат-алъяпҡыстарын сисеп, сәхнәгә менде. Бүләк алырға. Рәүеф Әбйәлилов Мәрйәм апай Юлдыбаева ҡулынан махсус приз алды. "Уйнаһын ғына ҡурайым" бәйгеһендә ҡатнашҡайны, бына, Альберт ағай исемендәге конкурстың бүләген дә тотто. Ысынында, кәрәкһә, бер ҡулына ҡурай, икенсеһенә балта, һөңгө, башҡаһын да алыр ир ул. Ҡотлайбыҙ! 
Автор:
Читайте нас: