Өләсәй-олатайһыҙ булған кешелер ул. Өләсәй наҙынан мәхрүм булған бала ысын мөхәббәттең нисек була икәнен белмәй үҫә. Ә өләсәйле булғаны.... Нисек була икәнен Рахманғолов Асмандан һорағыҙ. Тыуғаны бирле өләсәй-олатай ҡанаты аҫтында, бөйөр эсендәге майҙай, иркәләнеп кенә йәшәй. Иркәләнеү - нимә теләй шуны эшләй тигәнде аңлатмай, Рәйлә өләсәһе уны тик ултырырға ирек бирмәй, әле бер бәйгелә, әле икенсеһендә ҡатнаштыра, урындар яулата. Кинйә Йыйынында ла, әлбиттә, Асман да булды һәм, әлбиттә, өләсәһе лә булды. Бүләк алдылар.
Сираттағыһын.
Ҡай саҡ, моғайын, Асман: ниңә мине былай яфалайһығыҙ ул тип, аптырап ҡуялыр. Башҡа балалар, ана, бер ҡайҙа ла ҡатнашмай, туйғансы йоҡлап, уйнап тик йөрөй, ә мин? Гел шиғыр ятлайым да, йыр ятлайым. Ә һин - бәхетле бала, тибеҙ. Өләсәйле булыу йылдарың, тимәк, бала-сағың оҙон-оҙаҡ булһын ине.