

Был сарала ҡатнашып, үҙ өлөшөмдө индерә алыуыма шатмын. Тарихсылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре өсөн ойошторолған түңәрәк өҫтәлдең модераторы булыу бәхетенә ирештем. Байрамыбыҙҙа Зариф Байғусҡаров, Ҡолһарина Гөлназ Фәрит ҡыҙы, Юлдаш Йосопов, Ҡолбахтин Нәзир Мырҙабай улы, Нурислам Ҡалмантаев, Сәлихов Әхәт Ғөбәй улы, Бирҙин Азат Таһир улы, Фәтҡуллин Илһам Зөфәр улы, Садиҡов Азамат Камил улы, Тәлғәт Шаһманов, Азат Хәлилов һәм Өфө, Мәләүез, Күмертау ҡалалары, Ырымбур өлкәһенән килгән ҡунаҡтарыбыҙ ҡатнашты.
Түңәрәк өҫтәлдә арҙаҡлы шәхесебеҙҙең нәҫеле, исеменең мәңгелләштереүе, уның яугирҙарса үткән шанлы йылдары, ихтилалдары тураһында, шулай уҡ Кинйә ауылдарының килеп сығышы хаҡында һүҙ йөрөттөк, киләсәктә эшләнәсәк эштәрҙе лә билдәләп ҡуйҙыҡ. «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы төшөргән «Кинйә» исемле документаль фильмды ҡарап, тәьҫораттарыбыҙ менән уртаҡлаштыҡ.
Был сараны ойоштороуҙа ҙур ярҙам күрһәткән остазым Нурислам Мирхәйҙәр улына бик рәхмәтлемен.
Тормошобоҙҙа ошондай эшлекле, кәрәкле осрашыуҙар күберәк булһын, бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеп, бергә- бергә йәшәргә насип итһен!
Гөлназ ӘҘҺӘМОВА, Зәк-Ишмәт ауылы.