Все новости
Рухиәт
12 Октября 2023, 12:35

Ләззәт диңгеҙендә

Ял булғас, кеше эштән арынып, барыһын ситкә ҡуйып, рәхәтләнеп күңел асырға тейеш. 

Ләззәт диңгеҙендә
Ләззәт диңгеҙендә
Бигерәк тә, ул диңгеҙ буйында булһа. Юҡ, алтылағы - алтмышта, пальма, хөрмәләр араһында йөрөгәндә лә кеше эш тип йонсор икән. 
Рөстәм Баянов Сочиға барған. Ҡоролтай түрәләренең береһе икәнен беләбеҙ, диңгеҙ ярҙарында уны кем белһен дә кем күрһен, әйҙә, тартынма, ихтыярыңды тыйма, смартфоныңды һүндер, ләззәт донъяһына сум...
Әммә Рөстәм Сәлим улын бында ла яҡшы беләләр икән. Сочи башҡорттары шунда уҡ үҙен, әллә ҡайҙан танып-күреп тә алғандар, яндарынан ебәрмәй тотҡандар.
Ялы ял булмағанмы Р. Баяновтың? Киреһенсә, ләззәт диңгеҙендә йөҙгән генә - туған йәндәр, фекерҙәш, рухташтар менән Тыуған илдән әллә ҡайҙа ситтә, ят тарафтарҙа осрашып аралашыуҙан да һәйбәтерәк ял буламы ни?
Автор:
Читайте нас: