Все новости
Рухиәт
17 Декабря 2023, 13:35

Рәмил ағайҙың бүләге

Ҡумыҙ - башҡорт халҡының сиртеп уйнала торған милли музыкаль инструменты. 

Рәмил ағайҙың бүләге
Рәмил ағайҙың бүләге
Ҡумыҙҙа уйнау тештәр өсөн яҡшы гимнастика, шуға ул тештәрҙе нығыта, йәнә тын юлдарын кинәйтә. Шулай уҡ физик һәм психологик торошҡа яҡшы тәьҫир итә: бармаҡтарҙа нервылар әуҙемләшә һәм һаулыҡ өсөн бик файҙалы
Ҡумыҙ сиртеү сәләмәтлек өсөн бик файҙалы икәнен донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы булып танылған замандашыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ артисы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов ҡумыҙ тураһында бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәт еткерә:
"Ошо музыка ҡоралында уйнағанда йөрәккә, үпкәгә, тын юлдарына бынамын тигән массаж була. Ҡурылдай быумаһы, бронхит кеүек ауырыуҙарҙы ла дауалай. Күптәр үҙен тынысландырыу өсөн дә уны ҡулына ала”.
Ауыл клубында балалар өсөн ҡумыҙсылар түңәрәге асылыуға бер генә йыл, шуға ҡарамаҫтан оҫта ғына ҡумыҙ сирткән балаларыбыҙ бар. Ҡумыҙсыларыбыҙға ҡумыҙ етмәгәнен ишеткәстә, Яҡут тоҙло шифалы күл генераль директоры Рәмил Рәжәп улы Юлбарисов, Яңы йыл алдынан мәҙәниәт йортона шәп ҡумыҙҙар бүләк итте. Балалар һәм ата-әсәләр, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре исеменән Рәмил Рәжәп улына оло рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ! Уға ныҡлы һаулыҡ, эшендә, тормошонда ҙур уңыштар теләйбеҙ.
Халҡыбыҙҙың музыка ҡоралы ҡумыҙға ҡарата ҡыҙыҡһыныу йылдан-йыл арта. Ҡумыҙсыларыбыҙ киләсәктә тамашасы күңелен арбап, халҡыбыҙ моңдарын киләсәк быуындарға еткерер тигән изге теләктә ҡалабыҙ!
 
Рәмзиә Әбйәлилова, Яҡут ауылы. 
Автор:
Читайте нас: