Все новости
Рухиәт
22 Декабря 2023, 10:03

Сираттағыһы

 РФ Дәүләт думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова беҙҙе маҡтаны: 

Сираттағыһы
Сираттағыһы

 “Һеҙҙең һәр саҡ алға ынтылыуығыҙға һоҡланам һәм һеҙҙең менән хаҡлы рәүештә ғорурланам”, - тигән һүҙҙәре тағы ла ҡанталандырып ебәрҙе.

...Һуңғы 4 йыл эсендә йыл да призлы урын яулайбыҙ. Быйыл да 1-се урынға сығыуыбыҙға сикһеҙ шатландым. Йыл да бүләк биреп торалар, бер йылы фотоппарат бирҙеләр, ә быйыл бүләккә принтер тапшырҙылар. Шулай уҡ баш ҡалабыҙҙан тағы ла һөйөнөс менән ҡайттым, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалдарын бирҙеләр. Уларҙы Мортаза Рәхимов исемендәге 3-сө БРГИ-ла эшләүсе Йәмилә Рамаҙанова менән ҡала башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Әлфиә Дәүләтшинаға тапшырасаҡбыҙ.
Ғөмүмән, ҡалабыҙҙа телебеҙҙе үҫтереүгә барлыҡ мөмкинселектәр ҙә бар. “Айгөл” башҡорт балалалар баҡсаһы, төркөмдәр, башланғыс кластар мәктәбе, Мортаза Рәхимов исемендәге 3-сө БРГИ бар...

Мәҡәлә тулы вариантат гәзиттә бөгөн баҫылды.  

Автор:
Читайте нас: