Все новости
Рухиәт
13 Января , 09:56

Тормошта кәрәк булыр

Халҡыбыҙҙың иң күркәм йолаһы ул – сәй эсеү. 

Тормошта кәрәк булыр
Тормошта кәрәк булыр
Кешенең ҡунаҡсыллығын, ихласлығын, киң күңеллелеген, йомартлығын, тағы әллә күпме сифаттарын сағылдыра ул. 
Сәй эсеүҙең хатта үҙ ҡағиҙәләре лә бар. 
Иртән торғас та плитәгә сәй ҡайнатырға ултыртҡас ҡына, башҡа эштәреңә тотон.
  Эшең бармаһа, икенсе ҡағиҙәгә ҡара: тәүҙә сәй эс.
  Иҫеңдә тот: сәй өшөгәнде йылыта, ҡайғырғанды йыуата, ярһығанды тынысландыра, бар эштәрҙе хәл итә.
  Ҡоро сәй шөпөрләтмә. Асыҡһаң, сәйҙе – ҡоймаҡлап, һыуһаһаң – ҡарағатлап,өшөһәң – баллап, эҫелә – ҡоротлап эс.
  Эсең бошһа, дуҫыңды сәйгә саҡыр.
  Дуҫың ҡайғы кисерһә, сәйгә әйтеп ал.
  Күршеңә ҡунаҡ килһә, ҡунаҡ күреү сәйенә ал.
  Күршең йомошҡа инһә, сәйеңде шыжлат.
  Ҡапыл ҡунаҡ килһә, сәй ҡуй.
  Ҡунаҡҡа барһаң, сәйгә күстәнәс ал.
  Йома көндө йома сәйе эсер.
  Ҡәйнә булһаң – кейәү сәйе, бейем булһаң – килен сәйе эсер.
  Яҙын кәкүк сәйенә сыҡ.
  Йәйен сәйгә үлән киптер, ҡаҡ ҡой, ҡайнатма ҡайнат.
  Ҡышҡы оҙон кистәрҙә дуҫ-тар менән бер-берегеҙгә сәйгә йөрөшөгөҙ.
  Төнөн йоҡлай алмаһаң, тороп, сәй эс.
  Иң һуңғы һәм иң төп ҡағиҙә: кофе эскәндән һуң тағы сәй эс!
Күмертауҙың "Баҙлауыҡ" балалар баҡсаһында Сәй көнө байрамын үткәргәндәр. Бәләкәй булһалар ҙа, был эсемлектең сихри көсө тураһында белә балалар, ҡағиҙәләрҙе лә беләләр, ә тормошта уларға быларҙың барыһы ла ныҡ кәрәгәсәк. 
Автор:
Читайте нас: