Все новости
Рухиәт
18 Апреля , 18:32

Барбыҙ, буласаҡбыҙ!

Йән тартмаһа, ҡан тарта тигән боронғолар.

Барбыҙ, буласаҡбыҙ!
Барбыҙ, буласаҡбыҙ!

Ауылдаштар бер-береһен әллә ҡайҙан күреп, бик танып бармаһа ла (кеше балаһы тиҙ үҫә, йәштәрҙе белеп бөтөп булмай, бигерәк тә, ауылдан әллә ҡасан уҡ сығып киткән булһаң), осратҡан кешеһенең бик яҡын икәнен күңеле менән тоя. Бына осраштылар бөгөн. Ҡәҙимге, көндәлек тормошта, дөрөҫөн әйтергә кәрәк, гел күрешеп булмай, урамда, яңғылыштан ауылдашыңды осратҡанда, һаумы, сәләм, поканан ары китеп булмай - кешене мәшәҡәт баҫҡан.
Фотоға төштөләр. Тарихи буласаҡ был фото. Әллә нисә йылдар үткәс, иҫләрҙәр, һағынырҙар (үткәндәр гел һағындыра) һәм ҡыуанырҙар - был ҡалала беҙ булдыҡ, барбыҙ, буласаҡбыҙ.

Кемдәр улар - яманһарылар.

Автор:
Читайте нас: