Все новости
Рухиәт
18 Апреля , 07:12

Әлфиә Рәйес ҡыҙына рәхмәт тинеләр

16 апрелдә “Торатау” конгресс-холында “Башҡорт фольклорында һәм әҙәбиәтендә милли кейем мотивтары” исемле түңәрәк өҫтәл үтте.

Әлфиә Рәйес ҡыҙына рәхмәт тинеләр
Әлфиә Рәйес ҡыҙына рәхмәт тинеләр

Милли кейем көнөнә арналған сараны Башҡортостан Милли әҙәбиәт музейы ойошторҙо.
БР Милли әҙәбиәт музейы директоры Миләүшә Ҡаһарманова, түңәрәк өҫтәлде асып, уның маҡсаты һәм бурыстары менән таныштырҙы. Артабан арҙаҡлы яҙыусылар, ғалимдар башҡорт әҙәбиәтендәге төрлө ҡатлам кейем-биҙәүестәрҙең халыҡ, ил тарихын нисек сағылдырыуы хаҡында һөйләне.
Түңәрәк өҫтәлгә саҡырылған мәктәп уҡыусылары менән милли кейем, биҙәүестәр буйынса викторина үткәрелде. "Ағиҙел" Башҡорт художество кәсептәре предприятиеһы "Рабиға" коллекцияһын күрһәтте. “Селтәр” студияһы сығышы ла алҡыштарға күмелде.
Милли әҙәбиәт музейы хеҙмәткәрҙәре фондта һаҡланған яҙыусыларҙың кейемдәре, шәхси әйберҙәре менән бай күргәҙмә ойошторҙо. Башҡортостандың төрлө төбәктәренән милли кейемде тергеҙеүселәр, заман талабына яуап биргән этносувенирҙар, милли кейем, аксессуарҙар эшләүсе оҫталар үҙ тауарҙарын тәҡдим итте.
Түңәрәк өҫтәл эшендә Күмертау ҡалаһынан Семәр оҫталыҡ студияһы етәксеһе Дәүләтшина Әлфиә Рәйес ҡыҙы ҡатнашып рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

Автор:
Читайте нас: