Саралар күп булды, шуға Т. Малбаеваны күреп-белеп өлгөрмәгәйнек. Фәнир Саҙретдин улы, миҙалды үҙенә таҡҡандармы ни, әллә кем, ғорурлығы хаттин ашҡан.
"Милләтте туплауҙа, башҡорт телен, мәҙәниәтен, рухиәтен һаҡлау, үҫтереү өлкәһендә күрһәткән әүҙем һәм һөҙөмтәле хеҙмәттәре өсөн" тип яҙылған миҙалдың танытмаһында. Тамара апай ҙа, Фәнир ағай ҙа шатлана, уларҙан нығыраҡ беҙ шатланабыҙ - лайыҡлы награда. Ҡотлайбыҙ, апай.