Әлеге байрамды байрам иткән, халыҡтың йолаларын ҡәҙерләп һаҡлаған, матур ғәҙәттәрҙе оноттормаған, ошо таҫтамалдың мәғәнәһен дә асып һалған кешеләр кемдәр? Фотолағы апайҙар. Оҫталар. Әлеге заманда береһе лә таҫтамал сигеп, яфаланып ултырмай, магазиндан барҙы ла алды. Әммә магазин таҫтамалының тылсымы, ҡөҙрәте булмай, быныһы уның менән һөртөнгәндә лә һиҙелә. Ә төрлө ауылдарҙан килгән бына был ҡатын-ҡыҙҙың таҫтамалын алып, һөртөнөп ҡара, һис юғы, йорттоңдо биҙәп ҡуй әле! Бөтөнләй икенсе тарих, һөртөнгәндә тәнгә көс керә, биҙәгән таҫтамалдар йортҡа ҡот өҫтәй.
Әл дә һеҙ бар, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисереп, йола һаҡлап, уны йәштәргә өләшеп йәшәгеҙ әле, апайҙар.