26 май Салауат ҡалаһы башҡорттарының "Аҡбуҙат", Салауат ҡалаһы "Яугир" ойошмалары, Салауат ҡалаһы ата-әсәләр комиссияһы Юлдаш ауылы янындағы матур яланда "Ҡарға бутҡаһы" байрамын ойошторҙо, бөйөк Еңеүҙең 79 йыллығына арналған "Рәхмәт һиңә, Еңеү һалдаты!" конкурсында еңеүселәрҙе бүләкләп үтте. Конкурста иң бәләкәй ҡатнашыусыға өс йәш булһа, иң оло ҡатнашыусыға 65 йәш. Конкурстарҙа гел әүҙем ҡатнашҡан Салауат ҡалаһы 25-се башҡорт гимназияһына, Салауат ҡалаһы 50-се, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 62-се башҡорт балалар баҡсаларына ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
19-сы йыл рәттән үткәрелеп килгән "Ҡарға бутҡаһы" байрамының маҡсаты булып киләсәк быуынды милли йолаларыбыҙ, уйындарыбыҙ менән таныштырыу, башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләү тора. Йылдан-йыл Салауат ҡалаһының күрше ҡала-райондарындарынан байрамға килеүселәрҙең ханы артҡандан- арта бара. Быйыл байрамыбыҙға беренсе тапҡыр Көйөргәҙе районы ла ҡушылды.
Байрамда балалар ата- әсәләре, олатай-өләсәйҙәре менән бергә төрлө халыҡ уйындарын уйнанылар, уҡтан аттылар, төрлө ярыш- конкурстарҙа ҡатнашып бүләктәр алдылар. Балаларға атта, квадроцикл менән баггила йөрөүе лә бик оҡшаны.
Салауат ҡалаһы ағинәйҙәре һәм Юлдаш ауылы ағинәйҙәре үҙҙәренең моңло йырҙарын, ҡумыҙ- баян моңдарын бүләк иттеләр.
Кескәй дуҫтарыбыҙ йырҙар йырлап, ҡурайҙа уйнап ишеттерҙеләр.Көйөргәҙе районынан килгән Зәйнуллина Рәйлә Ноғман ҡыҙының ейән- ейәнсәрҙәре менән " Сәсән булһаң, әйт шуны..." ҡобайыр әйтешен бөтә ҡунаҡтар ҙа йотлоғоп тыңланы.
Балалар уйындар уйнаған арала инәйҙәр тәмле бутҡа бешерҙеләр, самауырҙа сәй ҡайнаттылар.
Байрам һуңында улар балалар менән бергә донъяларыбыҙҙың имен булыуын теләп, ҡарғалар һыйланһын тип ағас төптәренә бутҡа һалып сыҡтылар.
Байрамды ойошторорға ярҙам иткән Салауат ҡалаһы башҡорт драма театры директоры Ҡотошов Айбулат Миңлеғәле улына, балаларҙы квадроцикл, баггила йөрөтөткән Динис менән Сергейға, йыл да балаларҙы атта йөрөткән Байсурин Айҙар Миңлебай улына, ата-әсәләргә, байрамда ҡатнашыусы кескәй дуҫтарыбыҙға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!
Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ, дуҫтар!