Все новости
Рухиәт
4 Июня , 10:40

Мәмбәтҡол йыйынға әҙерләнә

"Шулай итеп, беҙ иртән иртүк атайым менән Мәләүез баҙарына киттек. Алып барған ит, бал һәм башҡа әйберҙәрҙе һатып, 10 мең һумдан ашыу аҡса йыя алдыҡ.

Мәмбәтҡол йыйынға әҙерләнә
Мәмбәтҡол йыйынға әҙерләнә

Атайымдың электән йыйған аҡсаһы ла бар ине. Ул 25 мең һум аҡсаны һанап алды, Ермолаевкаға дәүләт банкыһына илтеп тапшырҙы. Ун көн тигәндә атайым исеменә Мәскәүҙән Верховный Башкомандующийҙан рәхмәт хаты килде. Уны алгас, беҙ бөтә ғаиләбеҙ менән шатландыҡ. Ул хатта: “Хөрмәтле Сабиров иптәш, һеҙҙең оборона фондына самолет һатып алырлыҡ аҡса тапшырып, фронтҡа күрһәткән ярҙамығыҙ өсөн һеҙгә һәм бөтә ғаиләгеҙгә ҙур рәхмәт! Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!» - тип яҙылғайны.
Мөхәммәтсәлих ағай һуғыштан һуң колхозда умартасы булып эшләй. Тәбиғи таланты, тормош тәжрибәһе арҡаһында ул бал ҡорттары үрсетеүҙә, бал алыуҙа ҙур уңышҡа өлгәшә."

Уның турала оҙаҡ йылдар элек мәрхүм Мостафа Сотланов үҙ мәҡәләһендә шулай тип яҙған. Мәмбәтҡол ауылының данлыҡлы кешеһе - Мөхәммәтсәлих Сабиров тураһында. Ниңә әле беҙ ошо хаҡта иҫләп ултырабыҙ? 
29 июндә Мәмбәтҡол ауылында Сабиров бабай вариҫтарының ҙур йыйыны буласаҡ. Әле был сараға әҙерлек бара, беҙгә лә өндәштеләр. 
Бик изге, кәрәк эшкә тотонғанһығыҙ, ҡалмаҡтар, барыһы ла уңышлы башҡарылып сыҡһын. 
Автор:
Читайте нас: