Все новости
Рухиәт
21 Июня , 17:39

Мәңге йәшә, халыҡ!

Тәүҙә ярар тинек тә, аҙаҡ үкендек.

Мәңге йәшә, халыҡ!
Мәңге йәшә, халыҡ!
Бесән өмәһе була, фәлән дә төгән, килегеҙ, көнө буйы күңел асып, ял итеп ҡайтырһығыҙ. Был байрамды күргән бар, бик күңелле үтә, һүҙ юҡ, тик... эш күп тә. Ниндәй күңел менән барыһын ороп-бәреп, ташлап, сығып китәһең? Ахырҙа, барырға булдыҡ, әйткән һүҙҙе йығыу килешмәй.
Һәм үкенмәнек. Хатта аҙ ғына булырбыҙ ҙа ҡайтып китербеҙ тип, Венер Хәмитовты киҫәтеп ҡуйһаҡ та, тиҙ генә кире боролоп булманы. Боролорлоҡмо ни? Морапталдарға тарыма, тарыһаң, арыма - әллә нисә төр уйындар уйлап табып, уйнатып, самауыр ҡайнаттырып, әлбиттә, бесәнен дә саптырып мәж килтерҙеләр генә. Һыу инәбеҙ тигәнгә генә ҡалып булманы - ҡояш кискә ауышты, ә эш көтөп тора. Ҡайтырға тип сыҡҡан ерҙән дә, әллә күпме ваҡыт, ебәрмәй тоттолар, һай, үҙебеҙҙең халыҡ, мәңге йәшә! 
Бындай ялды күптән күргән юҡ ине, хәтирәһе ғүмергә ҡалыр.
Барыһын теҙеп яҙып бөтөрлөк түгел, ҡалғаны (ә ҡыҙыҡтары ныҡ күп булды) гәзиттә баҫылыр. 
Автор:
Читайте нас: