Все новости
Рухиәт
7 Июля , 09:50

Мөхәммәтсәлих вариҫтары

Гөлнара ӘЛИБАЕВА, Мәмбәтҡол клубы мөдире:

Мөхәммәтсәлих вариҫтары
Мөхәммәтсәлих вариҫтары

- Үткән аҙнала Мәмбәтҡол ауылында үткән Мөхәммәтсәлим вариҫтары йыйыны бик әһәмиәтле булды. Унда Әхтәмовтар, Зыянбаевтар, Хужаәхмәтовтар, Сабировтар, Ҡаранаевтар шәжәрәләрен эшләп, үҙҙәренең нәҫел ептәрен һөйләнеләр. Был нәҫел Сабировтар фамилияһынан сыҡҡан. Иң олоһо булған Хәсән Хәриүәрә улы һәм иң кесеһе Мөхәммәтсәлих Хөсәйен улы һөйләнеләр шәжәрәләрен. Сараға туғандар төрлө тарафтарҙан ҡайттылар: Өфөнән, Ҡазандан һәм башҡа ауыл, ҡалаларҙан. Туғандар бер-береһе менән танышып, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне. Төрлө уйындар, ярыштар, йыр-моң, бейеүҙәр барыһы ла булды йыйында. Ошо йыйынды ойоштороуҙы Сабировтар ғаиләһенән Ғәйнүтдинова Сафия Хәриүәрә ҡыҙы һәм Хөсәйен Хәриүрә улы башланы. Уларҙың был идеяһын барыһы ла хупланы һәм ярҙам итте. Биш кешенән торған ойоштороу комитеты ла булдырылды. Унда Мәрзиә Әхтәмова, Земфира Сабирова, Сафия Ғәйнүтдинова, Гүзәлиә Зыянбаева һәм мин бер уйға килеп барлыҡ һорауҙарҙы хәл итергә тырыштыҡ. Яланға палаткалар ҡоролдо, тирмәләр ҡуйылды, бәҙрәф, сәхнә барыһы ла булды. Был эште башҡарған егеттәребеҙгә һәм йүгереп йөрөгән, уңған ҡыҙҙарыбыҙға ҙур рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ. Юлдаштан килгән ауылыбыҙ килене Клара Шәрипова ла барыһын да байрам менән ҡотлап, матур сығыш яһаны. Йыйынға килгән барлыҡ ҡунаҡтарға ла рәхмәт, киләсәктә лә ошондай берҙәмлекте күрһәткән саралар күберәк булһын ине, тип таралышты барыһы ла.

Йәмилә РАМАҘАНОВАның, Күмертау ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы ағзаһының, мәҡәләһе лә гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: