Все новости
Рухиәт
17 Августа , 09:12

Изге эштең дауамы

Билдәле скульптор, ауылдашыбыҙ Өлфәт Ҡобағошев Таймаҫ ауылы зыяратында әүлиә ташы урынлаштырғайны.

Изге эштең дауамы
Изге эштең дауамы

Ҡыҙғанысҡа күрә, 2022 йылда ул вафат булды. Уның изге эшен ошо ауылда тыуып-үҫкән, әлеге ваҡытта Өфөлә йәшәүсе Филүз Үтәгәнов дауам итеүе ҡыуаныслы. Әүлиә ташын кәртәләп ҡуйырға һәм тирә-яғын матурларға тип ул 100 мең һум бирҙе. Кәртәләрҙе үҙе заказ яһап, алып ҡайтты. Быйыл ауыл егеттәре менән ҡалған эштәр башҡарылды. Шулай уҡ зыяраттың кәртәләп бөтөлмәгән өлөшөн дә тиҙҙән эшләрбеҙ тип планлаштырғайныҡ. Алла Тәғәлә бойорһа был эштең дә осона сығып ҡуйырбыҙ. Ярҙам иткән, изге эштән ситтә ҡалмағкан барлыҡ егеттәребеҙгә лә ҙур рәхмәт. Берҙәм булһаҡ барлыҡ маҡсатарға ла һис шикһеҙ ирешәшербеҙ.
Салауат СОЛТАНГӘРӘЕВ, Таймаҫ ауылы

Бәләкәй Ватанға ярҙам итеүсе кешеләрҙең әүҙем эше республика етәкселеге тарафынан иғтибарға алынды һәм «Атайсал» проектына берләштерелде. Проект идеяһы менән республика башлығы Р. Хәбиров 2019 йылдың ноябрендә ишембай районының Сайран ауылына эш сәфәре барышында сығыш яһаны. Шул ваҡыттан алып битараф булмаған халыҡтың тырышлығын берләштереүгә йүнәлтелгән тейешле семинарҙар һәм форумдар үткәрелә.

 
Автор:
Читайте нас: