Юҡ,
байрам насар булғанға ла түгел, эш күп, икмәк үҫтермәйбеҙ, йорттар, юлдар һалмайбыҙ, әммә ваҡытты еткереп булмай. Башҡалар нисек итеп, донъяларын онотоп, көнө буйы йырлап-бейеп йөрөй алалыр - баш етмәй. Етмәһә, иркенләп байрам итергә ниҙер ҡамасаулай, күңел бикле кеүек.
...Туранан һуҡтырғайныҡ. Был юлдан үткән бар, шуға аҙашмаҫбыҙ әле, бөтөн юлдар ҙа Римға илтә тигән кеүек, был юл мотлаҡ Тәүәкәнгә алып барасаҡ тип, икеләнмәй киттек.
Оҙата барма, дуҫҡай, оҙата барма,
Оло юл бит, бәлки, аҙашмам....
Оло юл... Әйтәһе түгел, насар. Бигерәк тә Керәүле тирәһе. Унан арыһы ла күккә күтәреп маҡтарлығы юҡ, Күгәрсен районы территорияһында яңы ғына грейдер үткән - болғай.
Эх, Бабай, Бабай, ошо юлға асфальт һалам тигәйнек, өлгөрмәнек, өлгөрттөрмәнеләр тип, Мортаза Ғөбәйҙулла улын иҫкә алып килдек.
Бөтә юл да Тәүәкәнгә илтә тиһәк тә, беҙҙе һыҙырып уҙып киткән Фәнис Рахманғолов аҙашҡан - Ҡолсораға ингән дә киткән икән, был ауылға асфальт һалынған, арыу юл, моғайын, шунан барырғалыр тип, машинаһын борған инде. Ситтән ялтырап, тигеҙ һымаҡ күренгән һәр юл да һине теләгән ереңә алып бармай, бик йыш уның ҡытыршыһы маҡсатыңа илтә икәненә йәнә бер ҡат инандыҡ.
Ҡыҫҡаһы, һәммә халыҡ араһында йөрөп, ҡаҙандағы ашты бер ҡалаҡтай ғына ауыҙ итеп (һурпаның нисек бешкәнен белеү өсөн уны мотлаҡ ашап бөтөргә тимәгән - байрамдың тәмен белдек), килгән юлдан кире ҡайтып киттек.
Ҡайтҡан юл тиҙерәк тойолдо. Бер яҡ ситтә генә, урман ҡуйынында, Ҡаҙарма ауылы ята. Аяҡтар (тәгәрмәстәр) үҙҙәренән-үҙҙәре шул яҡҡа боролдо - тиҙ генә инеп сығайыҡ, ниндәй яңылыҡтары бар икән?
....Барған саҡта Тәүәкәнгә Тамара апайҙы алып килһәләр, иллә шәп булыр ине тип уйлап киленде, оло инәйебеҙ, илем, телем тип янған талантлы Шағирәбеҙҙе иң мәртәбәле ҡунаҡ һымаҡ саҡырырға кәрәк ине. Депутат, башлыҡ һ.б. килә лә китә, онотола, ә Тамара апай тарихта мәңге ҡаласаҡ.
Һуңынан ғына белдек - саҡырғандар, Т. Ғәниева килә генә алмаған,
- Йыйынға мине лә саҡырғайнылар, бара алманым. Йәл. Сәләмәтлегем хөрт бит. Минең ижадымда ҡыпсаҡ темаһы киң яҡтыртыла. "Ҡыпсаҡтар" тигән поэмам да бар.
Ырыуҙаштарыма рәхмәт! Шиғырҙарым йыйында яңғыраны!, - тип яҙған күңеле булған апайыбыҙ.
...Кинйәбайҙа
мәсет төҙөйөбөҙ тип, әллә ҡасандан ең һыҙғанып йөрөйҙәр. Изге йорт төҙөләсәк ергә барһаҡ, геодезистар килгән, ерен тикшереп йөрөйҙәр, баҡһаң. Хисамов ағай (үҙе Өфөлә, Зубовола йәшәй) үҙе лә бында.
- Ере ныҡ тинеләр, хан һарайы һалып ултыртһаң да, быуаттар буйы, ҡымшанмай ҙа, ултырырлыҡ. Быйыл башларға ине ниәт,
проектын саҡ ҡына үҙгәрттек.
- Һай, сәхрә был ерҙәр, - тип беҙ һоҡланыуҙы йәшерә алманыҡ.
- Ҡайтып йәшәгеҙ.
- ....
- Гөлсөм апай өйҙәме?
Ҡаҙармаға килһәгеҙ, инмәй китмәгеҙ тип наказын әллә ҡасандан биреп ҡуйғайны Гөлсөм Байдәүләтова, шуға, ҡапҡаһы аша башты тығып ҡына ҡарайыҡ та, китәйек тинек - эш күп.
Ҡайҙа! Гөлсөм апай шунда уҡ өйөнә әйҙәне: нисек кермәй китәһегеҙ, бына ғәләмәт.
- Яңы ғына балнистан укол һалдырып ҡайтты тинеләр ҙә... Маҙаһыҙлап тормаҫҡа ине.
Һай, үҙебеҙҙең кешеләрҙең матур күңеле! Был күңелде тасуирлап бөтөп булмай, тел байлығы етмәй.
- Итен ашап бөткәйнек, за то һурпаһы бар. Өйрәк һурпаһы.
Алдыбыҙға нимә алып, нимә ҡуйырға белмәй, уңайһыҙ булып китте. Бына ҡайҙан килә тәрбиә, халҡыбыҙҙың иң матур сифатын һаҡлау, юғалтмау - тыуған йорттан. Гөлсөм апайҙың улы ла - Марсель - ябай, кеселекле. Аҡ йортта эшләп йөрөйөм тип, танау күтәргәне булманы, шул йортта яңғылыштан осраһа ла, абзый, сәләм тип үҙе килеп күрешә.
Ғәйепкә бөгөп ҡалмағыҙ ҙа ғәйепләп китмәгеҙ тип, хушлаштыҡ.
Алтын батша һарайында ҡоролған әллә ниндәй зиннәтле ризыҡтарҙан торған табынға ҡарағанда ла танһыҡ, тәмле булды табының, апай. Рәхмәт.
...Ҡаҙарманан сығып киттек, әл дә индек, күңел ҡоршауҙарҙан арынды кеүек булды, ҡаҙармаларҙа бикле һымаҡ өйкәлеп типкән йөрәк иреккә сыҡты.